«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Ришат Рәхимов дуҫтарын йыя



29.10.2013 Ришат Рәхимов дуҫтарын йыя

Ришат Рәхимов дуҫтарын йыя 13 ноябрҙә Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһының Ҙур залында Башҡортостандың халыҡ артисы Ришат Рәхимовтың юбилей концерты уҙасаҡ. Билдәле ҡурайсыны, педагогты ҡотларға уның ижадташ дуҫтары, уҡыусылары киләсәк.
Кисәлә БР Милли халыҡ ҡоралдары оркестры, Азат Айытҡолов, Рәсүл Ҡарабулатов, Ишморат Илбәков, Римма Амангилдина, Вәлит Илембәтов, Лилиә Ишемйәрова, Сәғиҙулла Байегет, Рушан Биктимеров, Илшат Ишморатов, «Ант» төркөмө, Фәттәх Аралбаев, Илһам Байбулдин, Фирҙәүес Шәрифуллин, Марсель Ҡотоев ҡатнашасаҡ. Өфө сәнғәт училищеһының ҡурайсылар ансамбле һәм башҡорт халыҡ ҡоралдары оркестры байрамға матур йәм өҫтәйәсәк.
Концерт киске сәғәт 7-лә сәғәттә башлана.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға