«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Яҡындарығыҙҙы Ҡыш бабайҙан ҡотлатығыҙ



29.10.2013 Яҡындарығыҙҙы Ҡыш бабайҙан ҡотлатығыҙ

Яҡындарығыҙҙы Ҡыш бабайҙан ҡотлатығыҙ Башҡортостандың почта бүлексәләрендә «Ҡыш бабайҙан ҡотлау»ҙарға ғаризалар ҡабул итеү башланды. Һәр теләүсе кеше Ҡыш бабайҙан бүләк тип рәсмиләштереп, туғандарын һәм яҡындарын хат йәки бүләк ебәреп ҡыуандыра ала.
Рәсәй почтаһы быйыл 18 төрлө бүләк тәҡдим итә, уның иҫәбенә өлкәндәргә лә бар. Бәләкәстәргә уйынсыҡтар, үҫмерҙәргә ижад йәки уйындар йыйылмаһы, ә өлкәндәргә диван ябыуы – плед ебәрергә мөмкин. Яңы йыл посылкаһына сюрприз-бүләк менән Ҡыш бабайҙан хат та ҡушып һалына.
Бөтә байрам ҡотлауҙары тәғәйен кешегә беренсе класс бандероле, посылкаһы һәм заказлы хат менән ебәрелә. Уның артабан барып етеүен махсус трек-һаны буйынса Рәсәй почтаһы сайтында йәки башҡа сайттарҙа күҙәтергә мөмкин
«Ҡыш бабайҙан ҡотлау» хеҙмәтенең хаҡы һайланған бүләккә бәйле, 130 һумдан алып 1200 һумға тиклем булыуы мөмкин. Клиенттарға уңайлы булһын өсөн почта операторҙары хеҙмәт өсөн түләүҙе почта бүлексәһендә йәки «Яндекс.Аҡса» түләү системаһында түләү мөмкинлеге бирә. Ғаризалар 23 декабргә тиклем ҡабул ителәсәк, ә Яңы йыл ҡотлауҙарын һәм бүләктәрен адресаттарға 1 декабрҙән тарата башлаясаҡтар. Ҡотлауҙарҙы Яңы йылға тиклем мотлаҡ еткереү өсөн заказды 3 декабргә тиклем рәсмиләштерергә һәм түләргә кәңәш ителә.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға