«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Данлыҡлы бейеүсегә арналған фильм төшөрөүгә ярҙам итергә мөмкин



24.10.2013 Данлыҡлы бейеүсегә арналған фильм төшөрөүгә ярҙам итергә мөмкин

Данлыҡлы бейеүсегә арналған фильм төшөрөүгә ярҙам итергә мөмкин Рудольф Нуриевтың йәшлеге тураһында нәфис фильм төшөрөүҙе ойоштороусылар был проектты атҡарып сығыу өсөн талап ителгән өс миллион евроны Start.planeta.ru сайты аша краундсорсинг системаһы менән йыйырға ниәтләй. Буласаҡ фильм “Рудольф Нуриев. Башланғыс.” тигән исем йөрөтә.
Краундсорсинг системаһында айырым кешеләр – волонтерҙар тәғәйен сумма күсерә һәм уларҙы бының өсөн бүләкләү ҡарала. Мәҫәлән, биш мең һум күсереүселәргә сценарий һәм фильмдың һанлы күсермәһе бирелә. Ҙурыраҡ сумма тапшырыусылар айырым шарттарҙа бүләкләнә. 150 мең һум биреүселәрҙең исеме фильмдың финал титрҙарында урын аласаҡ. Бынан тыш, уларға Мәскәүҙә үтәсәк премьераға саҡырыу һәм фильмдың һанлы күсермәһе бүләк ителәсәк.
Әле кинофильмдың сценарийы яҙылған, Бөйөк Британия, Франция продюсерҙары менән килешеү төҙөлгән, актерҙарҙы һайлап алыу бара.
Ошоға уҡ оҡшаш крауфандинг проекты ла популярлыҡ яулай. Бында ла теләүселәр үҙҙәренең аҡсаларын интернет аша күсереп, икенсе кешеләрҙе йәки ойошмаларға ярҙам итә. Мәҫәлән, 2012 йылдың яҙында билдәле “Би – 2” рок-төркөмө Planeta.ru сайты ярҙамында 1 миллион 250 мең һум аҡса туплап, «Spirit» альбомын сығарыуға өлгәште.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға