«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Төнгө Стәрле буйлап автоуҙышыу



24.10.2013 Төнгө Стәрле буйлап автоуҙышыу

Төнгө Стәрле буйлап автоуҙышыуЯңыраҡ Стәрлетамаҡ ҡалаһы буйынса полиция хеҙмәткәрҙәре төнгө урамдар буйлап шәп тиҙлектә үтеп киткән “Шкода” автомобиленә иғтибар итә. Өҫтәүенә тиҙлек режимын үтәмәгән был машинаның номерҙары ла булмай.
Юл-пост хеҙмәткәрҙәре “Шкода”ны баҫтыра башлай, ләкин уның водителе туҡтарға уйламай. Ун минут самаһы барған уҙышыуҙа хоҡуҡ боҙоусы светофорҙың ҡыҙыл утына үтә, ҡаршы һыҙатҡа сыға, патруль автомобилен бәрҙерергә маташа. Бер аҙҙан ул хатта тротуарға менеп китә. Бәхеткә күрә, был урында кешеләр булмай. Артабан ен һымаҡ осҡан автомобиль суйындан яһалған юл кәртәһенә бәрелеп туҡтай.
Хоҡуҡ һаҡлаусылар водителде ҡулға ала. Ул, әйтергә кәрәк, үҙен иҫергән һымаҡ сәйер тота һәм медицина тикшереүе үтеүҙән баш тарта. Машинаһына документтары ла булмай сыға.
Аҙаҡтан водителдең автосалонда һаҡсы булып эшләүе һәм өп-өр яңы автомобилде тап шунан ҡыуып китеүе тураһында мәғлүм була. Әле егет “Транспорт сараһын ҡыуып китеү” статьяһы буйынса ғәйепләнә. Бынан тыш, уның медицина тикшереүе үтеүҙән баш тартҡаны өсөн йыл ярымдан өс йылға тиклем водитель таныҡлығынан мәхрүм ителеүе мөмкин.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға