«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Ҡурсаҡтар эшләргә өйрәнергә теләһәгеҙ



22.10.2013 Ҡурсаҡтар эшләргә өйрәнергә теләһәгеҙ

Ҡурсаҡтар эшләргә өйрәнергә теләһәгеҙ26 октябрҙә БР Милли музейында “Мираҫ” хәйриә фонды инициативаһы буйынса ойошторолған “Жили-были” күргәҙмәһе барышында автор ҡурсаҡтары һәм уйынсыҡтары эшләү буйынса интерактив оҫталыҡ тамашаһы үтәсәк. Был көндө теләүселәр туҡыма-шарнир, кейеҙ, балсыҡ ҡурсаҡтар яһарға өйрәнә аласаҡ. Тамашаны Өфө ҡалаһының ҡурсаҡ һәм балсыҡ менән эшләү оҫталары үткәрәсәк.
Был сарала ҡатнашыусылар матурлыҡ тыуҙырыусылар һәм үҙ-ара аралаша, оҫталыҡ серҙәренә өйрәнә аласаҡ. Тамаша төшкө сәғәт 3-сө яртыла башлана.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға