«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Газ пистолеты менән ҡурҡытып талай яҙған



21.10.2013 Газ пистолеты менән ҡурҡытып талай яҙған

Газ пистолеты менән ҡурҡытып талай яҙған Октябрьский ҡалаһында булған был хәл төнгө урамдарҙың хәүефһеҙ булмауын тағы ла берҙе дәлилләй. 20 йәшлек егет төндә аҙыҡ-түлек магазинында булып, ҡайтыу яғына автомобилен ҡабыҙған сағында, уның янына бер ир килеп аҡса һорай. Водитель ҡаршылаша , ләкин бәйләнгән кеше кеҫәһенән газ пистолеты килтереп сығара.
Егет ҡурҡа, ләкин шул мәлдә уның дуҫы машинға ултыра. Был мәлде файҙаланып, водитель моторҙы ҡабыҙа һәм магазин эргәһенән ҡаса.
Егет артабан полиция бүлегенә йүнәлә. Ваҡиға урынына оператив төркөм ебәрелә. Ләкин был мәлгә енәйәтселәр магазин янынан киткән була. Шулай ҙа талана яҙған егет видеокүҙәтеү камераларынан алынған яҙмалар буйынса пистолет менән янаусыны – 26 йәшлек ирҙе таный.
Енәйәтсе ҡулға алынған һәм унан газ пистолеты тартып алынған. Әйтергә кәрәк, ул элек тә хөкөм ителеп, август айында ғына иреккә сығарылған. Әле уның таларға маташыуы арҡаһында 12 йылға тиклем иректән мәхрүм ителеүе бар.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға