«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » “Аҡъял” ипподромында ярыштар үтәсәк



18.10.2013 “Аҡъял” ипподромында ярыштар үтәсәк

“Аҡъял” ипподромында ярыштар үтәсәк Был йәкшәмбелә сәғәт 11-ҙә Баймаҡ районының Ҡуянтау ауылы янындағы “Аҡъял” ипподромында Башҡортостан Республикаһы, Ырымбур, Силәбе өлкәләре һыбайлылары һәм жокейҙары ҡатнашлығында ат сабыштары һәм юртаҡтар ярыштары ойошторола. Ат спорты ярыштары Баймаҡ ҡалаһының – 75, ҡойоу-механика заводының 100 йыллыҡ юбилейына арнала.
Ярыштар 9 заезда үткәрелә. Башҡорт тоҡомло йәш аттар, өлкән йәштәге башҡорт тоҡомло арғымаҡтар, таҙа һәм ҡатнаш ҡанлы менге аттар үҙ-ара көс һынашасаҡ. Аламан бәйге лә уҙасаҡ.
Ә рус һәм орлов тоҡомло юртаҡтар өсөн бер нисә заезд ойошторола.
Ипподром биләмәһендә йәмәғәт туҡланыу предприятиелары эшләйәсәк, сауҙа ла буласаҡ. Район һәүәҫкәрҙәре концерт менән сығыш яһаясаҡ.
Ярыштарҙа теләге булған һәр кем ҡатнаша ала. Заявка биреү өсөн 8(34751) 3-17-19 телефонына шылтыратырға.
Ат спорты байрамында әүҙем ҡатнашайыҡ!







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға