«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Өфө урамдары йәмләнә



18.10.2013 Өфө урамдары йәмләнә

Өфө урамдары йәмләнәБаш ҡаланың Гагарин урамында стенаһына тәүге космонавтың һүрәте төшөрөлгән биш ҡатлы йорт янында тағы ла стрит-арт өлгөһө өҫтәлде. Бында урам рәссамы Олег Кайбышев электр селтәрҙәре станцияһы бинаһы стенаһында һүрәт төшөргән малайҙы һынландырҙы. Тиҙҙән был композиция янына ҡыҙ һүрәте лә өҫтәләсәк. Һоро төҫлө, йәмһеҙ ҡатлы йорттарҙы биҙәгән һәм урамдарға матурлыҡ өҫтәгән рәссамдың эше тик маҡтауға лайыҡ.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға