«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Япония ҡунағы айкидо буйынса семинар үткәрә



18.10.2013 Япония ҡунағы айкидо буйынса семинар үткәрә

Япония ҡунағы айкидо буйынса семинар үткәрә19 октябрҙән 20-һенә тиклем Сибай ҡалаһының балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбенең спорт залында Япониянан килгән сэнсэй Куроки Такаши айкидо буйынса халыҡ-ара семинар үткәрәсәк. Көнсығыш көрәштәре өлкәһендә исеме танылған сенсей Япония Юфуканы Халыҡ-ара ойошмаһының һәм айкидо айкикайҙың рәсми вәкиле булып тора. Ул шулай уҡ иайдо һәм айкидо айкикай буйынса бишенсе данға ла эйә.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға