«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Үҙе талаған автобус эсендә йоҡлаған



18.10.2013 Үҙе талаған автобус эсендә йоҡлаған

Үҙе талаған автобус эсендә йоҡлаған Үҙе талаған автобус эсендә йоҡлаған. Бындай енәйәт бөгөн иртәнсәк баш ҡалала булған.
Полиция хеҙмәткәрҙәре “Форд-Транзит” автобусы салонында йоҡлап ятҡан үҫмерҙе ҡулға алған. Бер аҙҙан уның Благовещен ҡалаһынан булыуы, иҫәптә тороуы һәм кисәге көндән алып эҙләүҙә икәнлеге асыҡланған.
Өйөнән ҡасып сығып киткән үҫмер бер ҡайҙа ла уҡымаған һәм эшләмәгән. Кисә ул Өфө урамдары буйлап йөрөгәнендә иҫергәнсе һыра эсә. Артабан үҫмерҙең күҙенә туҡталҡала булған автобус салына. Водитель тәҙрәһенә беркетелгән видеорегистратор ҙа уның иғтибарынан ситтә ҡалмай. Бындай әйберҙе урлап һатырға мөмкин тип, үҫмер тәҙрәне аса һәм салонға инә. Бур видеорегистраторҙы, бысаҡ һәм фонарҙы ала. Артабан ул салонға үтә һәм йылыға иҙрәп йоҡлап китә.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға