«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Башҡортостан дзюдосылары Рәсәй чемпионатында уңышлы сығыш яһаны



16.10.2013 Башҡортостан дзюдосылары Рәсәй чемпионатында уңышлы сығыш яһаны

Башҡортостан дзюдосылары Рәсәй чемпионатында уңышлы сығыш яһаны Яңыраҡ Санкт-Петербург ҡалаһында дзюдо буйынса Рәсәй чемпионаты уҙҙы. Башҡортостандан был турнирҙа Өфөнөң биш көрәшсеһе ҡатнашты. Башҡортостан спортсыһы - 33 йәшлек Рөстәм Арыҫланов 100 килограмм ауырлыҡ категорияһында финалда осетин Давид Битиевты еңде.
Дмитрий Балянов, Ставрополь дзюдосыһы Тарасенконы ярты минуттан әҙерәк ваҡыт эсендә ҡалаҡ һөйәгенә һалып, «бронза» яуланы.
Ярыш командалар осрашыуы менән тамамланды, унда Башҡортостан спортсылары өсөнсө урын алды.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға