«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Олимпиада төҙөлөшөн ҡарарға теләһәгеҙ



16.10.2013 Олимпиада төҙөлөшөн ҡарарға теләһәгеҙ

Олимпиада төҙөлөшөн ҡарарға теләһәгеҙСочиҙа үтәсәк XXII Ҡышҡы Олимпия уйындарына әҙерлек дауам итә. Күптәр иғтибар иткәндер – магазиндарҙа “Сочи – 2014” тип тамғаланған тауарҙар, сувенирҙар һатыла башланы. Хаҡтары “тешләшһә” лә, улар тарихта ҡаласаҡ был ваҡиға тураһында хәтирә буласаҡ. Олимпиадаға арнап, 25 һумлыҡ тимер аҡса сығарылды, тиҙҙән 100 һумлыҡ ҡағыҙ банкнота ла ҡулланышҡа инәсәк.
Әле Ҡара диңгеҙ буйында спорт ҡоролмаларын төҙөү эштәре тамамланыуға бара. Ошо айҡанлы РФ Спорт министрлығы өс көнлөк тур иғлан итте. Олимпиада объекттарын үҙ күҙҙәрегеҙ менән күреү өсөн “Сочиға 2014 аҙым” проектында ҡатнашырға мөмкин. Бының өсөн http://russiasport.ru/2014steps сайтында спорт тураһында мәҡәләләр, фотоһүрәттәр, видеояҙмалар ҡуйырға һәм “аҙым”дар – махсус балдар тупларға кәрәк.
Конкурс ай аҙағына тиклем дауам итәсәк һәм еңеүселәр төрлө номинацияларҙа билдәләнәсәк.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға