«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Эльбрус Ниғмәтуллин яңы рекордҡа әҙерләнә



16.10.2013 Эльбрус Ниғмәтуллин яңы рекордҡа әҙерләнә

Эльбрус Ниғмәтуллин яңы рекордҡа әҙерләнәИсеме илебеҙ һәм донъя кимәлендә билдәле бәһлеүән, Рәсәйҙең иң көслө кешеһе Эльбрус Ниғмәтуллин яңы рекорд ҡуйырға әҙерләнә. Ул йәйгеһен Силәбе ҡалаһында трамвай вагондарынан төҙөлгән составты урынына ҡуҙғатып, һөйрәтә алды. Эльбрус Хәмит улы был оло ҡаҙанышынан һуң поезд һөйрәргә теләүен һәм быға әҙерләнеүен белдерҙе.
Киләһе дүшәмбелә Эльбрус Ниғмәтуллин Өфө тимер юл вокзалында яңы стронгмен-шоу күрһәтәсәк – ул 300 тоннанан ашыу ауырлыҡтағы электр пассажир поезын урынынан ҡуҙғатасаҡ. Бәһлеүәндең сығышы төшкө сәғәт 1-ҙә, станцияның 7-се юлында ойоштороласаҡ.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға