«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Ярымфинал уйындары үтәсәк



10.10.2013 Ярымфинал уйындары үтәсәк

Ярымфинал уйындары үтәсәк 13 октябрҙә Өфөлә, БДАУ-ҙың Йәштәр һарайында Башҡортостан Республикаһы КВН-ының Юғары лигаһының тәүге ярымфинал уйыны үтәсәк. Унда биш команда - “Минең атайым – космонавт” (Магнитогорск), “Һуҡа кешеләре” (Иглин районы), “Уйындан тыш” (Белорет), “Ҡояштан арығандар” (РФ Эске эштәр министрлығының Өфө юридик институты), “Дуҫтар йыйылмаһы” (Өфө) ҡатнашасаҡ. Тамашаны “Толпар” йәштәр хоккей клубы һәм “Ағиҙел” ҡатын-ҡыҙҙар клубы спортсылары ла ҡараясаҡ.
Ә 27 октябрҙә икенсе ярымфинал уйынында “Гудвин” (БДУ-ҙың Стәрлетамаҡ филиалы), “Үҙәк” (Өфө), “ӨДНТУ-ның яңы йыйылмаһы” (Өфө), “АМОР” әҙербайжандарының йыйылмаһы” (Өфө – Ижевск) һәм БДУ-ҙың Бөрө филиалы йыйылма командаһы ҡатнашасаҡ.
Ике ярымфинал “Экология шаңдауы” исемле дөйөм тема менән берләшкән.
Конкурсанттар “Стихиялы сәләмләү” визиткаһын, “Глобаль йылытыу” триатлоны һәм “Сығымдар ҡайҙа китә?” музыкаль өйгә эшен күрһәтәсәк.
Ике ярымфинал да киске сәғәт 6-ла башлана. Билеттар алыу өсөн 257-40-19 һәм 8 927-963-77-74 номерҙарына шылтыратырға. Сараның “Бәйләнештә”ге төркөмө - http://vk.com/kvnrb.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға