«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Төнгө ҡунаҡтар изге ниәт менән килмәгән



10.10.2013 Төнгө ҡунаҡтар изге ниәт менән килмәгән

Төнгө ҡунаҡтар изге ниәт менән килмәгәнҮткән йоманан шәмбегә ҡараған төндә Октябрьский ҡалаһында ике ир тәүлек әйләнәһенә эшләгән автомобилдәр йыйыу урынына килә. Уларҙы бер кем дә ҡаршы алмай, өҫтәүенә, машиналар йыуыусы егет диванда йоҡлап ятҡан була.
Төн ҡунаҡтары күп уйлап тормай һәм улар ҡара эшкә тотона. Егеттәр йыуыу ҡорамалдарын – юғары баҫымлы аппаратты, пистолетлы шлангыларҙы, стенаға беркетелгән телевизорҙы асып сыға. Йәмғеһе 56 мең һум торған техниканы улар артабан үҙҙәренең автомобиленә тейәй.
Бының менән генә егеттәр хушһынмаған егеттәр артабан бокста торған автомобилдән ике перфоратор, шөрөп борғос һәм инструментлы йәшниктәрҙе ала. Был әйберҙәрҙең хаҡы 30 мең һум.
Бурҙар күҙҙән юғалғас, бер аҙ ваҡыттан автомобиль йыйыу урынынына уның хужаһы килә. Ул ҡорамалдарҙың юғалыуын күргәс, был хаҡта полицияға хәбәр итә.
Ваҡиға урынына килгән ведомствонан тыш һаҡ хеҙмәткәрҙәре видеокүҙәтеү камераһының яҙмаларын ҡарай. Унда бурҙар асыҡ яҙҙырылған һәм уларҙың берәүһен хоҡуҡ һаҡлаусылар таный. Видеола шулай уҡ төнгө ҡунаҡтар ултырып килгән автомобиль дә төшөрөлгән. Уның номерын мәғлүмәт базаһы аша ҡарап, полиция хеҙмәткәрҙәре уның үҙҙәре алдан таныған ирҙеке булыуын асыҡлаған. Был кешегә 40 йәш һәм ул элек наркотиктар менән шаярған. Ләкин уның прописка буйынса йәшәмәгәнлеге асыҡлана.
Бурҙарҙы эҙләү ике көн дауам иткән. Дүшәмбелә ведомствонан тыш һаҡ хеҙмәткәрҙәре автовокзал янында енәйәтселәрҙең автомобилен күреп ҡала. Хоҡуҡ һаҡлаусылар бурҙарҙың күҙҙәренә күренмәйенсә, арттарынан эҙәрлекләй. Автомобиль күп ҡатлы йорт ихатаһында туҡтай. Унда ултырып килеүселәр наркотик ҡабул итергә йыйынған мәлдә ҡулға алына.
Хоҡуҡ һаҡлаусылар автомобилдең эйәһен һәм уның иптәшен - яңыраҡ төрмәлә ултырып сыҡҡан 29 йәшлек егетте полиция бүлегенә оҙата. Ә урланған әйберҙәр бурҙарҙың фатирҙарында һаҡланған. Енәйәтселәргә биш йылға тиклем хөкөм ителеү янай.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға