«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Рудольф Нуриев тураһындағы фильм



10.10.2013 Рудольф Нуриев тураһындағы фильм

Рудольф Нуриев тураһындағы фильм Киләһе дүшәмбелә баш ҡаланың «Осҡон» («Искра») кинотеатрында бөйөк яҡташыбыҙ Рудольф Нуриев хаҡында фильм прокатҡа сыға. Ул бары тик илебеҙҙең өс ҡалаһында – Мәскәү, Санкт-Петербург һәм Өфөлә генә күрһәтеләсәк.
Күптәребеҙ был данлыҡлы яҡташыбыҙ хаҡында белеп бөтмәй. Әммә уның 1961 йылда «иреклеккә табан һикереүен», йәғни Парижда үткән гастролдәрҙән һуң Советтар Союзына ҡайтыуҙан баш тартыуын бер ни тиклем билдәле. Шуны ла әйтергә кәрәк, фильмда был фактҡа баҫым яһарға тырышмайҙар, ә төп иғтибар уның шәхесенә йүнәлтелгән, йәғни тормош төпкөлөнән донъя кимәленә күтәрелеүе хаҡында. Ҡыҙыҡлы, ләкин атылған йондоҙҙай ҡыҫҡа һәм сағыу ғүмер тураһында.
Фильм 16, 18, 23, 25 октябрҙә «Осҡон» кинотеатрында киске сәғәт 7-лә күрһәтеләсәк.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға