«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Интернетта мутлашҡан һатыусыларҙан һаҡ булайыҡ!



10.10.2013 Интернетта мутлашҡан һатыусыларҙан һаҡ булайыҡ!

Интернетта мутлашҡан һатыусыларҙан һаҡ булайыҡ!Интернет аша тауар һатып алыу күп өҫтөнлөккә эйә. Беренсенән, бында кәрәкле әйберҙе яйлап ҡарарға, уның турала башҡа сайттарҙан мәғлүмәт алырға, яҡшыраҡ танышырға була. Икенсенән, онлайндағы һатыу нөктәләрендә төрлө бонустар, ташламалар, промо-акциялар ҡаралған. Ҡағиҙә булараҡ, хаҡтар ҙа осһоҙораҡ була. Был иһә айырым бинала урынлашҡан магазиндарҙағы һымаҡ һатыусыларға эш хаҡы, коммуналь хеҙмәттәр һымаҡ түләүҙәрҙең булмауына бәйле.
Виртуаль сауҙаның кире яҡтарына килгәндә, унда һатып алыусыларҙы үҙҙәренең ҡармаҡтарына эләктерергә әҙер торған мутлашыусылар, почта хеҙмәтенең теүәл эшләмәүе ҡамасаулай. Яңыраҡ Өфөлә йәшәүсе 33 йәшлек эшҡыуар ҡатын үҙенең автозапчастар магазинына ҡыйбатлы автомобиль моторы һатып алырға теләп, интернет-магазинға мөрәжәғәт иткән. Унда, үҙ сиратында, тәүҙә тауарҙың хаҡын тулыһынса түләүҙе һорағандар. Эшҡыуар тикшереп тормайынса 55 мең һум аҡсаны әйтелгән иҫәпкә күсергәс, уның менән менеджер бәйләнешкә инә һәм моторҙы бер нисә көндән ебәрәсәктәрен әйткән.
Бер нисә аҙна үтеүгә ҡарамаҫтан, ҡыйбатлы агрегат һатып алыусыға килеп етмәгән. Борсолған эшҡыуар ҡатын магазиндың офисына – Амур өлкәһендәге Благовещен ҡалаһына шылтырата. Унда уға, тауар почта аша килә һәм посылканың юлда бер аҙ тотҡарланыуы мөмкин тип аңлаталар.
Тағы ла бер нисә аҙна үтә. Эшҡыуар йәнә шылтырата, ләкин абонент ул мәлдә яуап бирмәй. Шул мәлдә һатып алыусы үҙенең алданыуын аңлай һәм полицияға мөрәжәғәт итә.
Әле хоҡуҡ һаҡлаусылар тикшереү алып бара. Был алдаҡ фирма етәкселәре башҡа өлкәлә тауарҙар һатыуы йәки тағы мутлашыуы ихтимал.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға