«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Бәшмәк урынына снарядтар тапҡандар



09.10.2013 Бәшмәк урынына снарядтар тапҡандар

Бәшмәк урынына снарядтар тапҡандарҮткән йәкшәмбелә “Иглин” муниципаль-ара бүлегенең дежур часына урманда күп снаряд табылыуы тураһында мәғлүм булған.
Өфөнән килеп Урман ҡасабаһы янында бәшмәк йыйыусы кешеләр боеприпастарға барып юлыға. Снарядтар булған урынды полиция хеҙмәткәрҙәре ҡамай, аҙаҡтан ОМОН саперҙары саҡыртыла.
Белгестәр тикшергәс, ҡурҡыныс табылдыҡтың броняны тишеүсе 46 снарядтың ҡалдыҡтары булыуын асыҡлаған. Улар шартларлыҡ хәлдә булмаған. Алдан тикшереү буйынса, был боеприпастарҙы ҡасабала йәшәгән кешеләрҙең йыйыуы мөмкин.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға