«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Иртәгә Мостай Кәримгә һәйкәл асыла



09.10.2013 Иртәгә Мостай Кәримгә һәйкәл асыла

Иртәгә Мостай Кәримгә һәйкәл асыла Иртәгә Өфөлә Башҡортостандың халыҡ шағиры, яҙыусы һәм драматург Мостай Кәримгә һәйкәл асыла.
Мәскәү скульпторы Андрей Ковальчук эшләгән һәйкәл БР Профсоюздар йорто алдында ҡуйылған. Тантанала Башҡортостандың билдәле яҙыусылары, мәҙәниәт эшмәкәрҙәре, Татарстандың халыҡ шағирҙары Ренат Харисов менән Роберт Миңнуллин, Сыуашстандың халыҡ шағиры Валерий Тургай, шулай уҡ һәйкәлдең авторы — Рәсәй Федерацияһының халыҡ рәссамы Андрей Ковальчук ҡатнашасаҡ.
Байрам сәғәт 12-лә башланасаҡ.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға