«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Бөтә Рәсәй матбуғатҡа яҙылыу декадаһы башлана



08.10.2013 Бөтә Рәсәй матбуғатҡа яҙылыу декадаһы башлана

Бөтә Рәсәй матбуғатҡа яҙылыу декадаһы башланаФедераль почта элемтәһенең Башҡортостан буйынса идаралығының бөтә бүлексәләрендә 8 октябрҙән 18-нә тиклем Бөтә Рәсәй матбуғатҡа яҙылыу ун көнлөгө үтәсәк.
2014 йылдың тәүге яртыһына яҙылыу кампанияһы барышында Рәсәй почтаһы гәзит-журналдарға ташламалар менән яҙылыу мөмкинлеге бирә. Барлыҡ почта бүлексәләрендә бер адресҡа өс һәм унан күберәк баҫмаға яҙылған клиенттарға өйгә килтереп биреү хаҡының 10 проценты күләмендә ташлама ҡаралған. Бынан тыш, акцияла балалар, ҡарттар йорттарына һәм башҡа социаль учреждениеларға ярҙам йәһәтенән гәзит - журналдарға яҙылыуҙы бүләк итергә була. Рәсәй почтаһы бындай бүләк яһаусыларға матбуғат баҫмаларына яҙылыу һәм өйгә килтереп биреүгә заказдар ҡабул итеү буйынса хеҙмәтләндереү хаҡының 10 проценты күләмендә өҫтәмә ташлама яһаясаҡ.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға