«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Балыҡ урынына... танкыға ҡаршы мина тотҡан



08.10.2013 Балыҡ урынына... танкыға ҡаршы мина тотҡан

Балыҡ урынына... танкыға ҡаршы мина тотҡан Баш ҡаланың Киров районындағы, Өфө – аэропорт юлы янында урынлашҡан Тирмән комбинаты ҡасабаһында йәшәгән ир кискеһен көтөүҙән ҡайтып барған. Күл янынан үткәндә ул һыу төбөндә йәшкел төҫтәге әйбер күреп ҡала. Ул ҡалай банкаға оҡшаған була. Ир ҡомарланып, уны һыуҙан килтереп сығара һәм табылдыҡтың ТМ - 56 маркалы танкыға ҡаршы мина булыуын күрә.
Аҙаҡтан ир ҡурҡыныс әйбер табыуы тураһында полицияға белдерә. Хоҡуҡ һаҡлаусылар ваҡиға урынына тиҙ арала килеп етә һәм боеприпастың уҡыу өсөн тәғәйенләнгәнен асыҡлап, зарарһыҙ икәненә инана.
Әлеге ваҡытта уҡыу әсбабы булған минаның күл төбөнә нисек килеп эләгеүе буйынса тикшереү бара.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға