«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Ат төшөрөлгән көмөш аҡса сығарылды



08.10.2013 Ат төшөрөлгән көмөш аҡса сығарылды

Ат төшөрөлгән көмөш аҡса сығарылды Рәсәй банкыһы ҡулланылышҡа “Ай календары” серияһында ат һүрәте төшөрөлгән өс һумлыҡ көмөш аҡса сығарҙы.
Был аҡсаның диаметры 39 миллиметр, ҡиммәтле металдың саф ауырлығы – 31,1 грамм, иретмәнең пробаһы – 925. Уның реверсында (алғы яғында) рельефлы ат һүрәте һәм ситендә ярым ай төшөрөлгән. Аҡсаны “пруф” сифатында 20 мең дана тираж менән сығарылған.
Ат төшөрөлгән көмөш аҡса сығарылдыӘйтергә кәрәк, бындай аҡса ҡулланылышта ирекле йөрөргә тейеш булһа ла, нумизматтар уның менән үҙҙәренең коллекцияларын тулыландыра.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға