«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Ололар өсөн – “балалар баҡсаһы”



08.10.2013 Ололар өсөн – “балалар баҡсаһы”

Ололар өсөн – “балалар баҡсаһы” Сибай ҡалаһында оло йәштәгеләр өсөн республикала берҙән-бер көндөҙгө “балалар баҡсаһы” эшләй башлаған. Унда туҡланыу ҡаралған, физик күнекмәләр үткәрелә, төшкө йоҡо сәғәттәре лә бар. Башҡа төр күнекмәләр ҙә уҙғарыла. Тәрбиәләнеүселәр көнө буйы волонтерҙар, тәрбиәселәр, медицина хеҙмәткәрҙәре ҡарамағында була. Баҡса әлегә 6 урынға иҫәпләнгән.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға