«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Башҡорт ритайымына килегеҙ



03.10.2013 Башҡорт ритайымына килегеҙ

Башҡорт ритайымына килегеҙҠәҙерле башҡорт йәштәре!
Барығыҙҙы ла 3 октябрҙә киске сәғәт 7-лә баш ҡаланың Салауат Юлаев һәйкәле янындағы майҙанда үтәсәк “РИТАЙЫМҒА“ саҡырабыҙ!
Беҙҙең маҡсатыбыҙ:
- йәштәрҙе бер-береһе менән таныштырыу,
- йәш быуында Ватанға, туған ергә, туған телгә һөйөү тәрбиәләү,
- ата бабаларыбыҙҙан ҡалған йолаларҙы тергеҙеп, халыҡ бейеүҙәрен, йырҙарын, уйындарын ойоштороу һәм күңел асыу.
Иҫерткес эсемлектәр менән килеү тыйыла.
Сараға үҙегеҙҙең музыка уйын ҡоралдары (ҡурай, баян, гармун, гитара) менән һәм милли кейемдә килеү хуплана.
Ритайымдың “Бәйләнештә”ге төркөмө - https://vk.com/event58551233







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға