«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Йыһан һөйөүселәр иғтибарына!



02.10.2013 Йыһан һөйөүселәр иғтибарына!

Йыһан һөйөүселәр иғтибарына!Өфө ҡала планетарийы 4 октябрҙән Бөтөн донъя йыһан аҙналығына ҡушыласаҡ. Уның барышында “Хәҙерге заман балаларына һәм йәштәренә ниндәй планетарий кәрәк?” тигән темаға “түңәрәк өҫтәл” үтәсәк. Бынан тыш, Марс планетаһына лекция – сәйәхәт, был күк есемен өйрәнеү тураһындағы ғилми-популяр фильмдарҙы ҡарау, тротуар астрономияһы төнө, телескоптан айҙы тикшереү һәм башҡа саралар бик ҡыҙыҡлы булмаҡсы.
Әйтергә кәрәк, Өфө ҡала планетарийы һәм “Бельские просторы” журналы “Марсиан хроникалары” исемле ғилми-фантастик хикәйә конкурсы иғлан итте. Унда өлкән класс уҡыусылары ҡатнаша ала.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға