«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Шишмәлә ҡурҡыныс «ҡомартҡы» табылған



27.09.2013 Шишмәлә ҡурҡыныс «ҡомартҡы» табылған

Шишмәлә ҡурҡыныс «ҡомартҡы» табылған Беҙҙең республикала Граждандар һуғышынан ҡалған ҡурҡыныс ҡомартҡылар һаман да табыла. Тутығып бөткән снарядтар, гранаталар, патрондар, утлы ҡорал әле һаман да хәүеф менән янай. Сираттағы ваҡиға, бәхеткә күрә, бәлә-ҡазаһыҙ тамамлана.
Өфө ҡалаһында йәшәүсе йәш ғаилә Шишмә районындағы Сәфәр ауылында ер биләмәһе һатып ала. Йорт ҡаралтылары төҙөүгә ярҙамға эшселәр бригадаһы килә. Мунса һәм йәйге беседка ҡороу өсөн нигеҙ һалғанда улар эшләргә ҡамасаулаған металл әйбергә юлыға. Табылдыҡты ҡаҙып алғас, бригада мастеры уның ныҡ тутыҡҡан хәрби снаряд булыуын күреп ҡала.
Эшселәр бының турала хужаларға һәм Шишмә районы буйынса полиция бүлегенә хәбәр итә.
Ваҡиға урынына Рәсәй Эске эштәр министрлығының БР буйынса ОМОН саперҙары килеп етә. Улар яҡын-тирәнән кешеләрҙе хәүефһеҙ ергә күсерә. Табылған әйбер ярсыҡлы һәм фугаслы артиллерия снаряды булып сыға. Артабан полиция хеҙмәткәрҙәре снарядты һаҡлыҡ менән ташландыҡ карьерға алып барып шартлата.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға