«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры «VIVA ОПЕРА!» гала-концертын тәҡдим итә



27.09.2013 Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры «VIVA ОПЕРА!» гала-концертын тәҡдим итә

Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры «VIVA ОПЕРА!» гала-концертын тәҡдим итә Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры был шәмбелә опера сәнғәтен яратыусыларҙы «VIVA ОПЕРА!» ҙур гала-концертына саҡыра.
Театрҙың тарихи бинаһы ремонтҡа ябылыу сәбәпле, кисә УЗЭМИК мәҙәниәт һарайы сәхнәһендә уҙа. Программала театрҙың иң яҡшы опера труппаһы сығыш яһаясаҡ. «Кармен», «Евгений Онегин», «Иоланта», «Батша кәләше», «Алжирҙа итальян ҡатын-ҡыҙы», «Кенәз Игорь», «Тылсымлы флейта», «Риголетто», «Фауст», «Макбет», «Мөхәббәт эсемлеге» операларынан күренештәр һәм ариялар, шулай уҡ «Сильва», «Цирк принцессаһы», «Ярғанат», «Күңелле тол ҡатын» оперетталарын өҙөктәр тәҡдим ителәсәк.
Концертта Рәил Кучуков, Лариса Әхмәтова, Эльвира Алкина, Владимир Копытов, Геннадий Родионов, Любовь Буторина, Олеся Хөснөтдинова, Владимир Орфеев, Катерина һәм Ян Лейше һәм башҡалар ҡатнашасаҡ, театрҙың хоры һәм симфоник оркестры ла сығыш яһаясаҡ.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға