«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » «Өйләнәм!» фильмы Мәскәүҙәге «Арткино» фестивалендә ҡатнашасаҡ



27.09.2013 «Өйләнәм!» фильмы Мәскәүҙәге «Арткино» фестивалендә ҡатнашасаҡ

«Өйләнәм!» фильмы Мәскәүҙәге «Арткино» фестивалендә ҡатнашасаҡ Таңсулпан Бураҡаеваның «Өйләнәм!» фильмы Мәскәүҙә уҙасаҡ VI Бөтә Рәсәй «Арткино» авторлыҡ ҡыҫҡа метражлы фильмдар фестивалендә ҡатнашасаҡ. Быйыл конкурс программаһына 80-дән ашыу төрлө жанрлы таҫма индерелгән: уйын, документаль, анимациялы, шулай уҡ эксперименталь кино.
Рәсәйҙәге ҡыҫҡа метражлы фильм фестивалдәре араһында «Арткино» иң күләмлеләрҙең исемлегенә инә. Уның девизы: «Бөтә Рәсәйҙән иң яҡшы ҡыҫҡа метражлы фильм». Конкурста илдең алдынғы кино мәктәптәре студенттарынан һәм уларҙы тамамлаусыларҙан тыш, ирекле авторҙар ҙа ҡатнашасаҡ. Фестивалдә үҙ эштәрен тәҡдим итеүселәрҙең һәм тамашасыларҙың 90 процентын йәштәр тәшкил итһә лә, ул студенттар фестивале түгел, ә профессионал тип иҫәпләнә.
«Өйләнәм!» фильмы 15 минутҡа тиклемге «Уйын киноһы» номинацияһында тәҡдим ителгән.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға