«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » “Сәғәттәр минуттарҙы һаҡлай”



25.09.2013 “Сәғәттәр минуттарҙы һаҡлай”

“Сәғәттәр минуттарҙы һаҡлай” Туймазы ҡалаһының тарих һәм крайҙы өйрәнеү музейында бик үҙенсәлекле күргәҙмә асылды. Ул “Сәғәттәр минуттарҙы һаҡлай” тип исемләнгән һәм унда учреждениеның фондтарында һаҡланған сәғәттәр күрһәтелгән.
Ҡом, механик, кварц, электрон – ниндәйҙәре генә юҡ уларҙың! Формалары буйынса ла сәғәттәр төрлө – ҡулға тағып йөрөтмәлеләре лә, кеҫәлә йөрөтөлә торғандары, өҫтәлгә, иҙәнгә, стенаға беркетелгәндәре лә бар.
Күргәҙмәлә барлығы етмештән ашыу экспонат урынлаштырылған. Экскурсия барышында сәғәттәрҙең килеп сығышы, уларҙы етештереүсе заводтар, ваҡыт тураһындағы мәҡәлдәр һәм әйтемдәрҙе ишетергә мөмкин.
“Сәғәттәр минуттарҙы һаҡлай” күргәҙмәһе сентябрь аҙағына тиклем дауам итәсәк.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға