«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » «Төньяҡ амурҙары»на һәйкәл ҡуйылыуы ихтимал



25.09.2013 «Төньяҡ амурҙары»на һәйкәл ҡуйылыуы ихтимал

«Төньяҡ амурҙары»на һәйкәл ҡуйылыуы ихтимал Тиҙҙән Өфөлә 1812 йылғы Ватан һуғышында Наполеон армияһына ҡаршы көрәшкән башҡорт яугирҙарына арналған һәйкәл асылыуы ихтимал. «Төньяҡ амурҙары» тарихи клубы ағзалары ошондай тәҡдим менән БР Президенты Рөстәм Хәмитовҡа мөрәжәғәт иткән.
Идеяның авторы, «Төньяҡ амурҙары» тарихи клубы ағзаһы, билдәле йәмәғәт эшмәкәре Илдар Юлбарыҫов хәбәр итеүенсә, республика етәксеһе проект менән ҡыҙыҡһыныуын белдергән. Проект авторы һүҙҙәренсә Өфөлә бындай һәйкәлдең әлегә ҡәҙәр булмауы өсөн оят. Ә бит 1812 йыл яугир башҡорттар өсөн шаҡтай данлыҡлы осор булған. Тарихыбыҙҙы онотмайыҡ, йәштәр шанлы үткәндәрҙе белергә, ғорурланырға тейеш.
Буласаҡ һәйкәлдең проекты әҙер. Ул триумф аркаһы формаһында буласаҡ һәм яугирҙарҙың ҡыйыулығын сағылдырасаҡ.
Өфөлә ҡуйыласаҡ «Еңеү ҡапҡаһы» ҙур һәм ҡеүәтле булып күҙаллана. Әгәр килеп сыҡһа, хатта уның өҫтөнә менеп тирә-яҡты күҙәтерлек майҙан да эшләнеүе ихтимал. Монументты баш ҡаланың элекке үҙәгенә, кеше күп йөрөгән күркәм урынына ҡуйыу уңышлы буласаҡ.
Проектты тормошҡа ашырыу өсөн Илдар Юлбарыҫов исеме донъяға билдәле скульптор Зураб Церетели менән бәйләнешкә ингән.
— Зураб Церетелиға был фекерҙе әйткәс, ул риза булып ҡына ҡалманы, Өфө халҡына тағы бер һәйкәл бүләк итергә теләүен дә әйтте. Ул беҙҙең яҡташыбыҙ Рудольф Нуриевты хөрмәт итә һәм уның һәйкәлен эшләргә теләй икән. Бөйөк скульптор оҙаҡламай Өфөгә килеп, етәкселек менән осрашырға йыйына. Шул һөйләшеүҙәрҙән һуң эш башланыр тип уйлайым, — ти Илдар Юлбарыҫов.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға