«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Өфө буйлап Сочи Олимпиадаһы факелы менән үтәсәктәр



19.09.2013 Өфө буйлап Сочи Олимпиадаһы факелы менән үтәсәктәр

Өфө буйлап Сочи Олимпиадаһы факелы менән үтәсәктәр 2014 йылда Сочиҙа үтәсәк Ҡышҡы Олимпия уйындарына әҙерлек ҡыҙа бара. Бындай ярыштарҙың айырылғыһыҙ атрибуты – Олимпия уты эстафетаһы 7 октябрҙә Мәскәүҙән старт аласаҡ. Ул илебеҙҙең 90 процентҡа яҡын халҡы күрә алырлыҡ айырым маршрут буйынса үтәсәк. Спортсылар һәм ябай халыҡ вәкилдәре факелды 65 меңдән ашыу саҡрым араға автомобилдә, поезда, самолетта, рус тройкаһында, болан егелгән санала күсерәсәк.
Сочи Олимпиадаһы уты эстафетаһы Олимпия уйындары араһында иң масштаблыһы буласаҡ. Уның барышында «Байкал», «Эльбрус» һәм «Төньяҡ ҡотоп» исемле махсус экологик проекттар ҙа тормошҡа ашырыласаҡ.
Олимпия уты Өфөгә 20 – 21 декабрҙә поезд менән киләсәк һәм ул баш ҡаланың спорт ҡоролмалары һәм урамдары буйлап 80 саҡрым юл үтәсәк. Старт “Аҡбуҙат” ипподромда яһаласаҡ. Факелды һыбайлылар йөрөткәс, ул “Биатлон” спорт-һауыҡтырыу комплексында саңғысы һәм биатлонсының ҡулына тапшырыласаҡ. Олимпиада символы артабан “Өфө – Арена”ға алып барыласаҡ.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға