«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Өфөнө бейектән ҡарап була



18.09.2013 Өфөнө бейектән ҡарап була

Өфөнө бейектән ҡарап була Интернет селтәренең “Яндекс” эҙләү системаһын һәм порталын күптәр файҙалана. Көн торошо, почта, яңылыҡтар, музыка һәм видео, эҙләү хеҙмәте, файлдарҙы һаҡлау урыны, карталар – һанап киткәндә лә ҙур исемлек барлыҡҡа киләсәк.
Ошо көндәрҙә «Яндекс.Карталар» хеҙмәтендә Өфө, Владимир, Смоленск, Суздаль, Тверь һәм башҡа ҡалаларҙың һауанан төшөрөлгән панорамалары барлыҡҡа килде.
Фотоға төшөрөү өсөн иң матур урындарҙы компанияның крайҙы өйрәнеүселәре һайлаған. Фотографтар 150-200 метр бейеклектә махсус төшөрөү комплексы булған вертолетта осҡан. Аҫҡа һәм тирә-яҡҡа ҡараған биш фотоаппарат һелкенеүҙе бөтөрә торған ҡорамалға нығытылған һәм шуның менән сфера формаһындағы панорамалар төшөрөлгән. Бер нөктәнән 10 саҡрымға тиклем араны ентекләп ҡарарға мөмкин.
Панорамалы фотоларҙы ҡарар өсөн «Яндекс.Карталар»ҙа Өфөнө һайларға һәм “Һауанан” тигән пунктты билдәләргә кәрәк. Артабан урамдар өҫтөндәге һауа шарҙарына баҫырға.

P.S. Оценка недвижимости в Уфе от 1500 рублей







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға