«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Берҙәм ышаныс телефоны эшләй башланы



18.09.2013 Берҙәм ышаныс телефоны эшләй башланы

Берҙәм ышаныс телефоны эшләй башланы Башҡортостанда Берҙәм ышаныс телефоны эшләй башланы. 8-800-7000-183 номеры буйынса шылтыратып, ауыр тормош хәлендә ҡалған кешеләр тәүлектең теләһә ҡайһы ваҡытында квалификациялы психолог ярҙамы ала аласаҡ.
Әлегәсә бындай ярҙам Республика ғаиләгә, балаларға, йәштәргә социаль-психологик ярҙам үҙәгендә, Республика балалар һәм үҫмерҙәр өсөн социаль приютында күрһәтелде.
Ышаныс телефонының төп маҡсаты – көсләүҙе, балаларға ҡарата ҡаты мөнәсәбәтте, балалар суицидын иҫкәртеү. Телефонға ҡабул ителгән барлыҡ мәғлүмәт конфиденциаль булып ҡала.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға