«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » “Салауат Юлаев” һәм “Амур. Кем кемде?



16.09.2013 “Салауат Юлаев” һәм “Амур. Кем кемде?

“Салауат Юлаев” һәм “Амур. Кем кемде? Бөгөн Континенталь хоккей лигаһының алтынсы чемпионаты сиктәрендә “Салауат Юлаев” хоккей командаһы Хабаровск ҡалаһының “Амур” командаһы менән осраша.
Был матчта юлаевсылар үҙҙеренең боҙонда уйнай һәм был уға өҫтөнлөк бирә. Тәүге дүрт матчта беҙҙекеләр ике еңеү һәм ике еңелеү менән уйнаны. Ә Хабаровск командаһының иҫәбендә өс уйындан һуң ни бары ике мәрәй.
“Салауат Юлаев” менән “Амур”ҙың көс һынашыуы «Өфө-Арена» боҙонда киске сәғәт 7-лә башлана. Матчтың тура трансляцияһы БЮТ каналында тура эфирҙа күрһәтелә.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға