«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » «Алдар һәм һоро бүре» йәнһүрәте махсус призға лайыҡ булды



16.09.2013 «Алдар һәм һоро бүре» йәнһүрәте махсус призға лайыҡ булды

«Алдар һәм һоро бүре» йәнһүрәте махсус призға лайыҡ булды Ҡазанда IX халыҡ-ара мосолман киноһы фестивале тамамланды. Башҡорт кино сәнғәте «Башҡортостан» киностудияһында төшөрөлгән өс эш тәҡдим итте: Айнур Асҡаровтың «Бал әсеһе» документаль-нәфис фильмы, Рим Шәрәфетдиновтың «Алдар һәм һоро бүре» анимацияһы һәм Таңсулпан Бураҡаеваның «Өйләнәм!» ҡыҫҡа метражлы фильмы.
«Алдар һәм һоро бүре» йәнһүрәте «Милли анимацияның иң яҡшы традициялары» номинацияһында Рәсәй Анимация киноһы ассоциацияһының һәм Татарстан Анимация киноһы ассоциацияһының махсус призына лайыҡ булды.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға