«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Телефонда - «Салауат Юлаев»тың гимны



16.09.2013 Телефонда - «Салауат Юлаев»тың гимны

Телефонда - «Салауат Юлаев»тың гимны «Мегафон» компанияһы «Салауат Юлаев» хоккей командаһы көйәрмәндәре өсөн үҙенсәлекле бүләк әҙерләне. Хәҙер һәр теләүсе “Гудогыңды алмаштыр” һәм “Персональ гудок” акциялары барышында үҙенең кәрәҙле телефон номерына “Минең мәңге йәшел йөрәгем” исемле йырҙы ҡуйҙырта ала. Уны хоккей командаһының гимны ҡуйылған телефонға шылтыратыусылар ишетә аласаҡ. Ә “Персональ гудок” акцияһына ҡушылыусылар телефон һандарын йыйып тоташҡанды көткән саҡта юлаевсыларҙың йырын тыңлап кинәнәсәк.
“Минең мәңге йәшел йөрәгем” йырын “9731634” тип 0770 номерына СМС-хәбәр ебәреп, йәки zg.megafon.ru. сайтында ҡуйҙыртып була. Бер тапҡыр 60 һум аҡса алынасаҡ. Йыр өсөн абонент түләүе тәүлегенә 2 һум.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға