«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Автомобиль ҡыуып китә алмағандар



09.09.2013 Автомобиль ҡыуып китә алмағандар

Автомобиль ҡыуып китә алмағандар Нефтекамск ҡалаһында ведомствонан тыш һаҡ хеҙмәткәрҙәре төндә үҙҙәренең маршруты буйынса патрулдә булғанда ҡала филармонияһы янындағы йорт ихатаһында ике шикле ирҙе күреп ҡала. Улар автомобиль капоты аҫтында нимәлер эшләгән була.
Полиция хеҙмәткәрҙәре ирҙәрҙең документтарын тикшерә һәм машинаның ҡыуып алып кителгәнлеген асыҡлай. Енәйәт мәлендә тотолған ирҙәр хоҡуҡ һаҡлаусыларға барыһын да һөйләп бирә.
Автомобиль филармония алдында туҡталҡала булған. Ирҙәр уның ишеген асып, двигателде ҡабыҙырға теләгән, ләкин был уй барып сыҡмаған. Бурҙар артабан машинаны аулаҡҡа, йорт ихатаһына этеп индергән һәм шул мәлдә уларҙы хоҡуҡ һаҡлаусылар күреп ҡала.
Автомобилде ҡыуып алып китергә теләүселәр 20 һәм 32 йәшлек егеттәр була.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға