«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Баймаҡ стадионы танымаҫлыҡ булып үҙгәрәсәк



06.09.2013 Баймаҡ стадионы танымаҫлыҡ булып үҙгәрәсәк

Баймаҡ стадионы танымаҫлыҡ булып үҙгәрәсәк Баймаҡ ҡалаһында урынлашҡан «Труд» стадионы урындағы спортсыларға күнекмәләр, матчтар үткәреү өсөн уңайлы урын тип һанала. Шулай ҙа унда кейем алмаштырыу, йыуыныу бүлмәләре тип тәғәйенләнгән бинаның ысынында ташландыҡ, бикле тороуы, көйәрмәндәр өсөн уңайлы трибуналарҙың булмауы был спорт майҙансығының бәҫен төшөрә ине.
Ниһайәт, БР Хөкүмәте раҫлаған ”Баймаҡ ҡалаһына нигеҙ һалыныуға 75 йыл тулыуға әҙерлек һәм уны үткәреү” тураһындағы ҡарар нигеҙендәге сааралар планына ярашлы, “ПМК – Баймаҡ” ауаплылығы сикләнғән йәмғиәте стадионды реконструкциялауға тотондо.
Әле унда иҫке бина, трибуналар һүтеп алынған. Тиҙҙән бында “ҡумта” төрөндә ике спорт майҙансығы, төрлө снарядтар менән шөғөлләнеү өсөн майҙансыҡ, трибуна аҫты бүлмәләре менән трибуналар һәм спорт йәҙрәһе (футбол майҙаны, йүгереү юлы, махсуслашҡан майҙансыҡтар) барлыҡҡа киләсәк.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға