«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Баҡсаһында граната тапҡан



06.09.2013 Баҡсаһында граната тапҡан

Баҡсаһында граната тапҡан Дәүләкән ҡалаһында йәшәүсе 46 йәшлек ир баҡсаһында бәҙрәф соҡоро ҡаҙған саҡта хәрби граната табып алған.
Үҙенең формаһы менән гранатаға оҡшаған сәйер предмет тураһында ул шунда уҡ урындағы полиция бүлегенең дежур часына хәбәр итә. Ваҡиға урынына Эске эштәр министрлығының БР буйынса ОМОН төркөмө ебәрелә. Улар эргә-тирәләге кешеләрҙе хәүефһеҙ урынға күсерә.
Соҡорҙа бер метр тәрәнлектә Бөйөк Ватан һуғышында ҡулланылған һәм шартлағанда ярсыҡтарға бүленгән РГД - 33 ҡул гранатаһы булған. Ул ҡоролған көйөнсә ятҡан һәм йылдар буйы ныҡ тутыҡҡан. Саперҙар боеприпасты һаҡлыҡ менән сығарып, ташландыҡ карьерға алып барып шартлатҡан.
Хәрби гранатаны Бөйөк Ватан һуғышынан алып ҡайтыуҙары, унан һуң уны ергә күмеп ҡуйыуҙары ихтимал







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға