«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Өфө Халыҡ-ара Аксаков байрамын үткәрергә әҙерләнә



06.09.2013 Өфө Халыҡ-ара Аксаков байрамын үткәрергә әҙерләнә

Өфө Халыҡ-ара Аксаков байрамын үткәрергә әҙерләнә Баш ҡала XXIII Халыҡ-ара Аксаков байрамын үткәрергә әҙерләнә. 25 сентябрҙә билдәле рус яҙыусыһына арналған әҙәби кисә-конкурс үтә.
Унда теләгән һәр студент ҡатнаша ала. Эштәр Сергей Аксаковтың ижадына бағышланған булырға тейеш. Бәйге өс номинацияла үтәсәк: «Ижади эш», «Проза һәм поэзия», «Актерлыҡ оҫталығы».
Студенттар араһында ойошторолған әҙәби кисә-бәйге йыл һайын яңы таланттар аса. Ҡатнашыусылар тәҡдим иткән проекттарҙың күбеһе тормошҡа ашырыла.
Конкурс Өфө дәүләт иҡтисад һәм сервис академияһының «ACADEMIA» галереяһында үтәсәк. Заявкалар 20 сентябргә тиклем ҡабул ителә. Тулыраҡ мәғлүмәт алыу өсөн (347) 228-49-77, 253-71-31 телефондары буйынса шылтыратырға.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға