«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Кеҫә бурҙарынан һаҡ булығыҙ



05.09.2013 Кеҫә бурҙарынан һаҡ булығыҙ

Кеҫә бурҙарынан һаҡ булығыҙ РФ Эске эштәр министрлығының БР буйынса Енәйәти эҙләү бүлеге хеҙмәткәрҙәре кеҫә бурын ҡулға алды. Бындай урлыҡ төрө ҙур оҫталыҡ талап итә, уға байтаҡ ваҡыт өйрәнергә кәрәк. Шуға күрә лә сираттарҙа, йәмәғәт транспортындағы «тығындарҙа» «эш» иткән кеҫә бурҙары бөтөүгә табан бара.
59 йәшлек ирҙе полиция хеҙмәткәрҙәре баш ҡаланың Орджоникидзе районындағы автобус туҡталышында ҡулға алған. Ул шунда торған егеттең кеҫәһенән көшөлөгөн алыуы булған – хоҡуҡ һаҡлаусылар шунда уҡ бурҙы эләктергән. Нимәһе ҡыҙыҡ – ювелирҙарға хас теүәллек менән башҡарылған был кеҫәгә төшөүҙе егет һиҙмәгән дә.
Ҙур тәжрибәһе булған бур үҙенең ғәйебен инҡар итмәгән. Тикшереү барышында уның ошондай енәйәттәрҙе элек тә, үткән быуаттың 70-се йылдарынан бирле ҡылыуы асыҡланған. Әле иргә ике йылға тиклем иркенән мәхрүм ителеү янай.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға