«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » «Минең яратҡан уҡытыусым»



05.09.2013 «Минең яратҡан уҡытыусым»

«Минең яратҡан уҡытыусым» Ошо исем аҫтында республикала 1 октябргә тиклем конкурс иғлан ителде. Ҡатнашырға теләүселәр яратҡан уҡытыусыһының фотоһүрәтен һәм уның турала инша, хикәйә, шиғыр яҙып ебәрергә тейеш.
Конкурс номинацияларына килгәндә, уның эсенә «Минең беренсе уҡытыусым», «Оригиналь ҡараш» (иң оригиналь фото), «Бер тулҡында» (уҡыусы һәм уҡытыусы), «Яратҡан уҡытыусым өйҙә һәм мәктәптә» кеүек һәм башҡалар инә.
Ярышҡа йомғаҡ 1 октябрҙән 5-нә тиклем яһаласаҡ. Еңеүселәр Уҡытыусылар көнөндә бүләкләнәсәк. Тулыраҡ мәғлүмәт алыу һәм теркәлеү өсөн http://www.edvisrb.ru/news/novosti-umts-edvis/TvorcheskiykonkursMoylyubimyyuchitel/ сайтына инергә кәрәк.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға