«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Шәмбелә - сираттағы «Дармарка»



05.09.2013 Шәмбелә - сираттағы «Дармарка»

Шәмбелә - сираттағы «Дармарка» Был шәмбелә Өфөлә сираттағы «Дармарка» йәрминкәһе үтә. Унда ҡатнашыусылар үҙҙәре менән яҡшы торошло төрлө әйберҙәрен алып килеп, уларҙы үҙҙәренә кәрәкле икенсе нәмәгә алмаштыра ала. Йәрминкәлә барлыҡ алыш-биреш аҡсаһыҙ үтә.
Был сарала шулай уҡ һөнәр эйәре ҡул эштәре буйынса оҫталыҡ дәрестәрен күрһәтәсәк. Йәшелсәләр карвингыһы, йога һәм кандзаси буйынса шөғөлләнеүселәрҙе тамаша ҡылып буласаҡ.
«Дармарка» Р.Зорге урамы, 76 буйынса («Тибет» йога клубы алдында) асыҡ һауала сәғәт 12-нән төшкө сәғәт 3-кә тиклем барасаҡ.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға