«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » «Бергәләп эшләйек!»



05.09.2013 «Бергәләп эшләйек!»

«Бергәләп эшләйек!» Башҡортостан «Бергәләп эшләйек!» тип исемләнгән Бөтә Рәсәй экологик акцияһына ҡушылды. 14 сентябрҙән 21-нә тиклем район-ҡалаларҙа экологик өмәләр һәм тирә-яҡты тәртипкә килтереү буйынса саралар ойоштороласаҡ.
Акцияны Рәсәй Федерацияһы биләмәһендә «Бергәләп эшләйек!» экологик хәрәкәте үткәрә. Әйткәндәй, был проект халыҡ-ара йәмәғәт ойошмалары - «Terra Viva» һәм Тәбиғәтте һаҡлау буйынса Бөтә Рәсәй ойошмаһы тарафынан хупланған. Тулыраҡ мәғлүмәт менән www.doit-together.ru сайтында танышырға мөмкин.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға