«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » «Бөрө алмаһы» фестивалендә иң яҡшы баҡсасы билдәләнәсәк



05.09.2013 «Бөрө алмаһы» фестивалендә иң яҡшы баҡсасы билдәләнәсәк

«Бөрө алмаһы» фестивалендә иң яҡшы баҡсасы билдәләнәсәк Бөрөлә 14 сентябрҙә V «Бөрө алмаһы» төбәк-ара фестивале үтәсәк. Унда «Баҡсасы - 2013» конкурсын үткәреү планлаштырыла. Иң яҡшы баҡсасылыҡ предприятиеларын, фермер һәм шәхси хужалыҡтарҙы, баҡсасылыҡ менән шөғөлләнгән шәхси эшҡыуарҙарҙы асыҡлау, был өлкәләге яңы селекция ҡаҙаныштарын популярлаштырыу бәйгенең төп маҡсаты булып тора. Шулай уҡ «Республика питомник хужалыҡтарының һәм селекция үҙәктәренең баҡсасылыҡ мәсьәләләре буйынса эш тәжрибәһе» темаһына «түңәрәк өҫтәл» үтәсәк. Унда Башҡорт дәүләт аграр университеты һәм ғилми-тикшеренеү институттарының белгестәре ҡатнашасаҡ.
«Баҡсасы - 2013» конкурсы түбәнге номинациялар буйынса үткәрелә: иң яҡшы баҡсасылыҡ предприятиеһы, баҡсасылыҡ менән шөғөлләнгән иң яҡшы крәҫтиән-фермер хужалығы, иң яҡшы һәүәҫкәр баҡсасы (шәхси ярҙамсы хужалыҡ), баҡсасылыҡ тармағын үҫтереү һәм йәшелсә-емеш продукцияһын етештереү буйынса иң яҡшы бизнес-план проекты. Конкурста ҡатнашыу өсөн заявкалар 2013 йылдың 9 сентябренә тиклем ҡабул ителә.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға