«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәрминкәләр 27 октябргә тиклем дауам итәсәк



05.09.2013 Йәрминкәләр 27 октябргә тиклем дауам итәсәк

Йәрминкәләр 27 октябргә тиклем дауам итәсәк Көҙгө ауыл хужалығы йәрминкәләре Өфөлә 27 октябргә тиклем дауам итәсәк. Улар 14 майҙансыҡта һәр шәмбе һәм йәкшәмбелә үткәреләсәк.
Быйыл баш ҡала халҡы үтенесе буйынса йәрминкәләр ғәҙәттәгенән алдараҡ – 5 августа уҡ башланғайны. Был ваҡыт эсендә 82 тонна йәшелсә, шул иҫәптән 32 тонна картуф, 24 тонна ит һәм 78 тонна бал һатылған.
Йәрминкәләрҙә һатыусылар һәм һатып алыусыларға уңайлы булһын өсөн сентябрь аҙаҡтарында, Дим районынан тыш, Өфөнөң һәр районында сауҙа итеү өсөн 10 сатыр урынлаштырыласаҡ.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға