«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Земфираның яңы ҡаҙанышы



04.09.2013 Земфираның яңы ҡаҙанышы

Земфираның яңы ҡаҙанышы Күренекле яҡташыбыҙ, композитор һәм йырсы Земфира Рамаҙановаға “Ританың һуңғы әкиәте” фильмындағы музыкаһы өсөн “Алтын Феникс” наградаһы тапшырылды.
31 августа Смоленск ҡалаһының «Современник» кинотеатрында актер-режиссерҙарҙың “Алтын Феникс” тип исемләнгән VI Бөтә Рәсәй кинофестивале тамамланды. Земфираға жюри ҡарары буйынса Михаил Глинка исемендәге махсус приз тапшырылды.
Әйтергә кәрәк, кинофестивалдең конкурс программаһында 17 тулы метражлы уйын һәм дүрт документаль фильм ҡаралды.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға