«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Посылкаларҙы өйгә килтертеп буласаҡ



04.09.2013 Посылкаларҙы өйгә килтертеп буласаҡ

Посылкаларҙы өйгә килтертеп буласаҡ “Рәсәй почтаһы” Өфө халҡына посылкаларҙы өйгә һәм офисҡа килтертеү буйынса яңы хеҙмәт тәҡдим итә. Бының өсөн почта хәбәрнамәһенең һәм почта идентификаторының 14 һанлыҡ номерҙары менән 273-27-28 телефоны буйынса йәки Федераль почта хеҙмәтенең БР буйынса идаралығының сайтында заказ бирергә кәрәк. Посылкаларҙы баш ҡаланың теләгән адресы буйынса килтертергә мөмкин, курьер хеҙмәтенең хаҡы - 100 һум. Паспорт һәм почта хәбәрнамәһенең күрһәтергә кәрәк буласаҡ.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға