«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » «Башҡортостанда тыуғандар»



04.09.2013 «Башҡортостанда тыуғандар»

«Башҡортостанда тыуғандар» Ошо исем аҫтында иртәгә БР Милли симфоник оркестры һәм классик музыка “йондоҙҙары” баш ҡалала ҙур концерт ойошторасаҡ. Юғары музыка һөйгән Өфө халҡы өсөн артистар асыҡ һауала, Конгресс-холл артындағы майҙансыҡта сығыш яһаясаҡ. Тамашасылар иғтибарына Олег Киреев (Мәскәү), Александр Земцов (Австрия), Артур Нәзиуллин (Мәскәү), Сыңғыҙ һәм Искәндәр Ханнановтар (Швейцария), Андрей Парфенов (Германия), Әлфиә Кәримова (Ҡаҙағстан), Юлия Сукманова (Германия), Роберт Юлдашев, Людмила Михайлова (Швейцария), Илһам Вәлиев (Екатеринбург) үҙҙәренең ижадын тәҡдим итәсәк. Бынан тыш, концертта Башҡорт дәүләт опета һәм балет театрының хоры һәм БР Дәүләт академия хор капеллаһы ла тамашасыларҙы һөйөндөрәсәк. Музыка байрамы киске сәғәт 8-ҙә башланасаҡ, аҙаҡтан фейерверк менән тамамланасаҡ.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға