«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Баш ҡала хакимиәте сайты – балалар өсөн



04.09.2013 Баш ҡала хакимиәте сайты – балалар өсөн

Баш ҡала хакимиәте сайты – балалар өсөн Өфө ҡалаһы хакимиәтенең рәсми сайтында балалар өсөн махсус версияһы асылды. Ул үҫеп килгән быуынға баш ҡала тураһында ҡыҙыҡлы һәм ябай формала мәғлүмәт еткереү маҡсатында эшләнгән. Өфө тарихы, уның гербы, флагы, билдәле кешеләре, ҡаланың райондары, күренекле урындары тураһында мәғлүмәт алырға була. Сайтта сәйәхәт итеүселәргә кеше телендә һөйләүсе бал ҡорто ярҙам итә. Әйткәндәй, әлегә уның исеме юҡ. Балалар ресурстың “Конкурстар” бүлегендәге конкурста ҡатнашып, нәҙекәйбилгә исемде үҙҙәре һайлай аласаҡ.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға